

Танау тонһа табала 5 аш ҡалағы тоҙҙо ҡыҙҙырып, ойоҡбаш эсенә тултырығыҙ һәм ипләп кенә танау өҫтөнә һалығыҙ. Һаҡ ҡыланығыҙ: бешеп ҡуймағыҙ.
Тамаҡ ныҡ ауыртамы? Ҡайнап бер аҙ һыуынған һыуға берәр балғалаҡ тоҙ менән сода, бер-ике тамсы йод тамыҙығыҙ. Ошо шыйыҡса менән тамағығыҙҙы мәле менән сайҡатып тороғоҙ!
Һуған һуты. Уның менән тымауҙы ла, ҡолаҡ һыҙлауын да дауалап була. Икеһендә лә 1-2 тамсы тамыҙыр кәрәк булыр.
Һау-сәләмәт булығыҙ! Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru