Шулай итеп, бер банан, 1 апельсин, 2 аш ҡалағы етен (семена льна), 3 сәй ҡалағы кунжут, 200 миллилитр һыу кәрәк буласаҡ. Емештәрҙе ҡабығынан әрсеп, турағыҙ һәм блендерҙа ныҡ итеп ваҡлағыҙ. Бутҡаға әүерелгәнсе. Унан уға һыу һәм етен менән кунжутты өҫтәп болғатығыҙ. Биш минуттан эсегеҙ. Был смузины иртәле-кисле эшләп эсегеҙ. Һеҙ шәкәрле, татлы ризыҡҡа тартылмай башлаясаҡһығыҙ һәм күп итеп ашағығыҙ ҙа килмәҫ. Сөнки смузилағы калий, магний һ.б. витаминдар һеҙҙе туҡ тотасаҡ, организмдағы артыҡ һыуҙы сығарып, отектарҙы бөтөрәсәк.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru