Бер нисә минут тотҡандан һуң төнәтмәне һөҙөп алып, мамыҡ ярҙамында ауыртҡан күҙгә ябығыҙ. Быны көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.
Халыҡ табиптары ошондай ысул да тәҡдим итә. Йомортҡаны бешереп, эҫе килеш арпа өҫтөнә ҡуйығыҙ. Ләкин һаҡ булырға кәрәк - күҙегеҙҙе бешереп ҡуйыуығыҙ ихтимал. Бының өсөн йомортҡаны марляға төрөргә лә була.
Өсөнсө ысул: бешкән йомортҡаны урталай киҫеп, һарыһын алырға, ә ағын йылы килеш арпа өҫтөнә ҡуйырға.
Сығынаҡ: "Иң шәп" календарынан.
Фото: lensmaster.ru