+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
1 Апрель 2023, 12:25

Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа

Ҡояш бер аҙ ҡыҙҙырып, ҡайын бөрөләрен ярып, япраҡ ебәреп тә өлгөрмәҫ, ағастар һутҡа тулышыр. Шул мәлде үткәреп ебәрмәгеҙ, ҡайын һыуы эсеп ҡалығыҙ. Ул бик файҙалы, унда эфир майҙары, витаминдар, тиҫтәләгән органик кислота бар. 

Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа
Ҡайын һыуы – мең сиргә дауа

Эсемлекте ике-өс аҙна даими ҡулланырға кәрәк. Шул саҡта ул ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, авитаминоз, хәтер юғалтыу, хәлһеҙлек һәм күңел төшөнкөлөгөнән арынырға ярҙам итер. Шифалы һыу организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалған иң шәп әмәлдәрҙең береһе һанала. Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. Интеллектҡа ла йоғонто яһамай ҡалмай – мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта шешенеүҙе юҡҡа сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала. Вируслы һәм микроблы ауырыуҙар мәлендә “тиҙ ярҙам” ролен үтәй. Ҡан баҫымын да тигеҙләй.
Ҡайын һыуын йыйыр өсөн ағасты бер урындан ике-өс сантиметр тәрәнлектә тишәләр. Ябай ғына улаҡ яһап, быяла һауытты тишелгән урын менән тоташтыралар. Бер ағастан бер литр һыу алырға мөмкин. Тишек яһау өсөн бырауҙан да яҡшыраҡ әйбер юҡ. Һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Балта ҡулланмағыҙ. Был осраҡта яраны ҡаплау һөҙөмтә бирмәйәсәк. Шифалы ҡайын һуты эсеп, берүк ҡайынды һәләк итмәгеҙ, ағасты ипләп кенә тишегеҙ һәм һутты дарыу урынына ғына файҙаланығыҙ!

 

Сығанаҡ: vk.com

Фото:kidsbebus.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: