+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
4 Апрель 2023, 16:55

Һоло һыуын нисек эсергә?

Һоло һыуы халыҡ медицинаһында ғына киң таралмаған. Уны табиптар ҙа ҡулланырға ҡуша. Ул ҡандағы шәкәр кимәлен һәм холестеринды кәметә, ҡанды таҙарта, матдәләр алмашыныуға ярҙам итә, теш эмален нығыта, авитаминоз осоронда һәм ябығырға теләүселәр өсөн дә ярҙамы ҙур.

Һоло һыуын нисек эсергә?
Һоло һыуын нисек эсергә?

Табиптар уны түбәндәгесә әҙерләргә ҡуша.
3 литр һыуға 2 стакан һолоно йыуып һалырға ла 30 минут ҡайнатырға, артабан уны һөҙөп алырға кәрәк. 1,5 литр һоло һыуы сығырға тейеш.
Шуны бер көндә эсеп бөтөргә кәрәк. Ә икенсе көндә яңынан әҙерләйҙәр.

Сығанаҡ һәм фото: kiziltan.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: