+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
14 Апрель 2023, 12:50

Гемоглобинды тиҙ генә күтәрәм тиһәң

Әстерхан сәтләүеге, мүк еләге һәм бал – ҡандағы аҡһымды күтәрә. Быларҙың барыһын да бер күләмдә ҡушып, яҡшылап болғатырға кәрәк. Унан аҙ-аҙлап ашай башларға мөмкин.

Гемоглобинды тиҙ генә күтәрәм тиһәң
Гемоглобинды тиҙ генә күтәрәм тиһәң

 Әлморон менән балдан эсемлек – иммунитетты ла яҡшырта, гегемоглобинды ла күтәрә. Әлморондо термоста бер нисә сәғәт төнәтеп, эсер алдынан бал ҡушырға кәрәк.

Үлән ҡушылмаһы. Кесерткән, күк көртмәле (ежевика) япраҡтарын 2-шәр аш ҡалағы алып, һары мәтрүшкә менән ромашканы 3-әр аш ҡалағы өҫтәп, яҡшылап болғатырға, онтарға, унан термосҡа ауҙарырға кәрәк. Ошонда уҡ 700 миллилитр ҡайнар һыу өҫтәп, бер аҙ төнәтергә. Унан әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр 1-әр стакан эсергә кәрәк.

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: