+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
20 Апрель 2023, 13:10

Файҙалы һоло кеҫәле

Был эсемлек бигерәк тә ашҡаҙанға, бауыр-бөйөрҙәргә файҙалы, ти табиптар. Уны рационда йыш ҡулланғанда ҡандағы холестериндың кәмеүе, үттәге һәм бәүел ҡыуығындағы таш иреүе күҙәтелә.

Файҙалы һоло кеҫәле
Файҙалы һоло кеҫәле

 

Һолола углеводтарҙы үҙ­ләш­терергә ярҙам итеүсе фермент бар.

Унан кеҫәл әҙерләү еп-еңел: бының өсөн 120 грамм геркулес йәки ваҡланған һоло ярмаһы, 500 миллилитр таҙа һыу, тәменсә тоҙ, бал кәрәк. Тейешле кү­ләмдәге һыуға ярманы һалып, биш сәғәткә (күберәк тә ярай) ебетергә ултыртабыҙ. Ярма бүртә, ә һыу аҡһыл төҫкә инә, әҙерәк әсей башлаһа ла, зыян түгел.

Ҡатнашманы болғатып, шыйығын һөҙөп алабыҙ ҙа кәстрүлгә ҡойоп, талғын утта болғай-болғай ҡайнатабыҙ. 10 минуттай ваҡыттан һуң ул ҡуйыра төшә. Төйөрҙәр бар­лыҡҡа килһә, тағы ла иләктән үткәрәбеҙ. Әҙер кеҫәлгә бал, кәрәк тип тапһағыҙ, тоҙ өҫтәргә лә була. Кеҫәлде йылы килеш ҡулланыу яҡшыраҡ. Һөҙөлгән ярмаһын да әрәм итмәй, унан ҡоймаҡ йә икмәк бешерергә мөмкин.

Сығанаҡ һәм фотоhenek

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: