Ошо мәлдә дүрттән бер күләмендәрәк ризыҡ ашау хәйерле. Файҙалы иртәнге аш ошондайыраҡ аҙыҡтарҙан булырға тейеш: һөт ризыҡтары (аҡһым һәм кальций), бутҡа (оҙаҡ үҙләштерелеүсе углеводтар), еләк-емеш (витаминдар һәм күҙәнәкле ашамлыҡ).
Йәшәү өсөн организмыбыҙға файҙалы матдәләр кәрәк. Быларҙың барыһын да беҙ аҙыҡ-түлек аша алабыҙ. Ашҡаҙан системаһында ризыҡ киҫәктәре уның һуты ярҙамында эшкәртелә. Һөҙөмтәлә, ашамлыҡ бик ваҡ киҫәктәргә – туҡлыҡлы матдәләргә тарҡала һәм ашҡаҙанындан ҡан тамырҙарына юллана. Ә ҡан уларҙы организмдың кәрәкле урындарына илтеп еткерә.
Аҙыҡ аша организм ошондайыраҡ матдәләрҙе ала:
углеводтар – улар беҙгә энергия бирә;
майҙар – энергия запасы бирә һәм организмдың эшсәнлегендә ҡатнаша;
аҡһымдар – төҙөлөш материалы;
витаминдар – сәләмәт булырға ярҙам итә;
һыу – унан башҡа бер организм да йәшәй алмай.
Сығанаҡ һәм фото: henek.info