+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
26 Апрель 2023, 14:30

Дөрөҫ туҡлана беләһеңме?

Һаулығыбыҙ дөрөҫ туҡланыуға ла бәйле. Шуға ла ҡасан, нимә ашарға кәрәклеген бе­лергә тейешбеҙ.

Дөрөҫ туҡлана беләһеңме?
Дөрөҫ туҡлана беләһеңме?

Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә ошо темаға арналған аҙналыҡ уҙҙы. Унда күпте белеп ҡалдыҡ. «Мәктәптә һәм өйҙә сәләмәт туҡланыу» акцияһында Алина Ғиндуллина, Ынйы Солтанова, Алёна Рассказова һәм мин башланғыс синыфтар алдында сығыш яһаныҡ. Уларға файҙалы ашамлыҡтар тураһында һөйләнек, аңлаттыҡ. Кескәйҙәр «Минең яратҡан аҙығым» тигән һүрәттәр конкурсында ла ҡатнашты.
V – VII синыфтар ата-әсәләре менән бергәләп «түңәрәк өҫтәл» дә үткәрҙе. Өлкәндәр мәктәп ашханаһында әҙерләнгән ризыҡтарҙы тәмләп, уларға баһа ла бирҙе. Ата-әсәләр менән өйҙә балаларҙы нисек туҡландырыу тураһында һөйләшеү булды. Нисек меню төҙөргә, ҡасан ниндәй ризыҡ менән һыйларға кәрәклеге тураһында кә­ңәштәр ҙә бирелде.
– Балаларға күңелеңде биреп әҙерләгән аш ҡына тәмле була, – тине ашнаҡсы Рәйлә апай Каменева.
Аҙналыҡ барышында мәктәбебеҙҙең VII синыф ҡыҙҙары табикмәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Милли ризыҡтарыбыҙ менән дә таныштырҙылар.
Өлкән синыфтарҙа дөрөҫ туҡланыу тураһында фекер алышыу ҙа булды. Ашнаҡсы һөнәре хаҡында ла һөйләште улар.
Дөрөҫ туҡланыу – сәләмәтлектең нигеҙе. Файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә аҙналығыбыҙ «Сәләмәт мин – сәләмәт ғаилә!» флешмобы менән тамамланды.

Аделина ҠАШҠАРОВА, йәш хәбәрсе.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.

Дөрөҫ туҡлана беләһеңме?
Дөрөҫ туҡлана беләһеңме?
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: