-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
27 Апрель 2023, 10:00

Шамил, тиҙерәк төҙәл!

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбенең VI cиныф уҡыусыһы Шамил Зариповҡа һоҡланмау мөмкин түгел. Бигерәк маладис! Ул мәктәптәрендәге шайморатовсылар синыфында белем ала. Әле ул, ауырып китеү сәбәпле, өйҙә уҡый. 

Шамил, тиҙерәк төҙәл!
Шамил, тиҙерәк төҙәл!

Уйламағанда велосипедтан яңылыш йығылып, аяғын һындыра. Үҙе ауыртынһа ла, һәйбәтләнер әле, тип өс ай түҙеп йөрөгән. Сатанлай башлағас ҡына Өфөгә баралар. Шунда Санкт-Петербург ҡалаһындағы дауаханаға операция эшләтеүгә сиратҡа ҡуялар. Шамил хәҙер шул мәлдәрҙе иҫенә төшөрөп: "Беҙҙең Әй буйы бигерәк матур шул. Санкт-Петербург дауаханаһында ятҡанда, атайым эргәлә булһа ла, ауылыбыҙҙы, Әй буйҙарын ныҡ һағындым", – тип һөйләй икән.

– Уҡыусым өс ай ятып ҡына торҙо, хәҙер әҙерәк аяҡҡа баҫа башланы, Аллаға шөкөр. Аяҡтары ваҡытлыса "бәйле" булһа ла, шундай ҙур байрамдан шайморатовсы Шамил да ситтә ҡалырға тейеш түгел тип, Халыҡ-ара башҡорт телендә диктант яҙыу һәм Милли кейем көнөн уларҙың өйөндә лә үткәрҙек. Үҙем уға милли кейем алып барғас, тиҙ генә кейеп алды. Мин сәхнә өсөн балаларға үҙем тектереп алғанмын был милли кейемдәрҙе.
Уҡыусым үҙе: "Хәҙер миңә әҙерәк баҫып торорға мөмкин. Өҫтәл артында яҙам", – тип күңеле күтәрелеп китте.
Тексты тулыһынса яҙыуҙы маҡсат итеп ҡуймаһаҡ та, яртыһынан ашыуҙы яҙҙыҡ! Рауил Бикбаевтың атайсалы тураһындағы яҙманы тотошлай уҡып, матур әңгәмә лә ҡороп ебәрҙек. Эйе, һәр төбәктең – үҙ матурлығы! Ә текст бик матур ине, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Сәлим ҡыҙы Яруллина.
Әйткәндәй, Шамил хирургик операцияһынан һуң дүртенсе ай өйҙә уҡый. Өйҙәренә килгән һәр "Йәншишмә" гәзитен дә уҡып бара. Афарин, Шамил! Һиңә һаулыҡ һәм тиҙерәк төҙәлеп, аяҡҡа баҫыуыңды теләйбеҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: