+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарағаттың япрағы ла шифалы

Ҡарағат япрағы бик фай­ҙалы. Уны белгестәр “тәбиғәт бүләк ит­кән дауа сығанағы” тип йөрөтә. Биге­рәк тә ҡыуаҡлыҡ сәскә атҡанда унда С витамины күп туплана. Япрағын тап шул ваҡытта йыйып ҡалырға мөмкин. 

Ҡарағаттың япрағы ла шифалы
Ҡарағаттың япрағы ла шифалы

Ҡарағаттағы органик ҡушылмалар ҡандың ойоу процесын көйләй, ҡан тамырҙарын нығыта, ялҡынһыныуҙан һаҡлай. Ҡарағат япрағы сәйе гипертония, атеросклероз, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан файҙалы, яман шеште иҫкәртә, ҡандағы шәкәр кимәлен көйләй, күреүҙе яҡшырта, организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға ярҙам итә. Ул һалҡын тейгәндә бик файҙалы, йүтәл, бронхит, грипп, ангинаны дауалауға булышлыҡ итә.

Япраҡтың яңы өҙөлгәнен дә, киптерелгәнен дә файҙаланырға була. Уға ҡурай еләге, сейә япраҡтары, ҡара йәки йәшел сәй ҡушып та әҙерләй алаһығыҙ. Япраҡты сәй кеүек беше­рәләр – сәйнүккә һалып, ҡайнар һыу ҡоялар һәм 15 – 20 минут төнәтәләр.
Әлбиттә, һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Ҡарағат япрағы сәйе аллергия тыуҙырырға ла мөмкин. Ул хроник бөйөр сирҙәренән, гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән йәрәхәте, тромбофлебиттан яфа­лан­ғандар өсөн зыянлы. Шуға күрә ҡулланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
 
Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru
Фото: mrfilin.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: