+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гемоглобин күтәрелһен өсөн...

Халыҡ медицинаһында ҡандағы тимер кимәлен күтәрергә булышлыҡ иткән һыналған саралар күп. Шуларҙың бер нисәһен һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Гемоглобин күтәрелһен өсөн...
Гемоглобин күтәрелһен өсөн...

1. Берәр стакан грек сәтләүеген һәм ҡарабойҙай ярмаһын кофемолкала онтарға. Ҡоро ҡатнашмаға бер стакан бал өҫтәп, яҡшылап болғатҡас, гемоглобинды күтәрергә ярҙам иткән шифалы ризыҡ килеп сыға. Уны көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡлап эсергә.

2. Берәр стакан грек сәтләүеген һәм йөҙөмдө, уларға өҫтәп ике лимонды ваҡларға. Уға бал, берәр стакан кишер һәм сөгөлдөр һуты өҫтәп болғатырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр стаканлап ашау ыңғай һөҙөмтәле буласаҡ.

3. Берәр кишер һәм алманы ҡырып, уға бер ҡалаҡ иҙелгән ҡара ҡарағат ҡушып ашау ҙа файҙалы.

4. Төнгөлөккә бер стакан кефирға ике ҡалаҡ ҡарабойҙай һалып бүрттерергә, ә иртән ас ҡарынға ашарға - ыңғай яҡҡа үҙгәреш тиҙ күренә.

5. Бер литр һыуға биш ҡалаҡ уртаға ҡырҡылған гөлйемеш һалып, ун минут ҡайнатырға һәм төнәтергә ҡуйырға. Иртәнсәк ул ҡулланыуға әҙер. Был төнәтмә - иммунитетты нығытырға булышлыҡ итеүсе эсемлектәрҙең береһе.

6. Гемоглобин түбән булғанда яҡшы һаҡланған кишерҙе ҡырып, уға ҡаймаҡ йәки зәйтүн майы болғап ашау ыңғай һөҙөмтә бирә.

7. Өс көн һыуытҡыста һаҡланған уртаса биш алоэ япрағын иҙеп, уға ваҡланған бер лимон ҡушып болғатҡас, бер стакан бал өҫтәргә. Ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡлап ашау бик шифалы.

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashgazet.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: