+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!»

Әбйәлил районының «Ҡурай» үҙәгендә Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнөнә арналған бер нисә сара үтте.

«Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!»
«Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!»

 

Был көндө учреждение психологы Фәрзәнә Исламова, өлкән төркөм тәрбиәселәре Илфир Вәлиев, Регина Мәхмүтова, Алһыу Ырыҫҡужина балалар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ улар яҙмыштарында ҡурҡыныс «йылан» пәйҙә булып, үҙ тормоштарын яҡшы итеп йәшәй алмаған кешеләр тураһында фильм ҡарау ойошторҙо.  

Был тәрән уйға һалырлыҡ фильмдар береһен дә битараф ҡалдырманы. Тәрбиәләнеүселәрҙең барыһы ла үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Балаларҙың әйтеүенсә, уларҙың тормошто емерә алған ғәмәлдәргә кире ҡарашы бар.

Артабан психолог тарафынан викторина үткәрелде,анкеталар тултырылды. Үҫмерҙәр сәләмәт йәшәү рәүешенең мөһимлеге тураһында шиғырҙар һәм мәҡәлдәр уҡыны.

Ә инде бәләкәй төркөм тәрбиәләнеүселәре Инзиә Мәхмүтова етәкселегендә үҙҙәренең фекерҙәрен ижади рәүештә –  «Һаулыҡта – бәхет!» темаһына төшөрөлгән һүрәттәрҙә сағылдырҙы.

Ысынлап та, һаулыҡ – ҙур байлыҡ!

" Беҙ сәләмәт тормош яҡлы! "
" Беҙ сәләмәт тормош яҡлы! "
" Беҙ сәләмәт тормош яҡлы! "
" Беҙ сәләмәт тормош яҡлы! "
" Беҙ сәләмәт тормош яҡлы! "
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: