-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
25 Август 2023, 16:00

Ниндәй витамин етмәй?

Витаминдарҙы беҙ аҙыҡ-түлектән алабыҙ, ҡайһы саҡта дарыухана ла ярҙамға килә – әҙер витаминды һатып алырға була. Организмға нимә етмәгәнен нисек белергә һуң?

Ниндәй витамин етмәй?
Ниндәй витамин етмәй?
  • Ауыҙығыҙҙан алама еҫ сығып йонсотһа, В3 витамины кәрәк.
  • Әҙ генә төртөлөүҙән, төкөүҙән дә тәнегеҙ күгәреп сыҡһа, һеҙҙә С витамины аҙ.
  • Эс йыш ҡатһа, В төркөмө витаминдары етмәй.
  • Башығыҙ әйләнһә, ҡолаҡ шаулаһа, ВЗ һәм Е витамины, марганец, калий ҡулланығыҙ.
  • Күҙегеҙ ҡыҙарһа, ҡараңғыға тиҙ өйрәнә алмаһағыҙ, арпа сығып йонсотһа, А һәм В2 витамины кәрәк.
  • Башығыҙ ҡауаҡлаһа, В12, В6, F һәм селена етмәй.
  • Сәсегеҙ торошо бик насар булһа, В, Ғ һәм йод ҡабул итергә кәңәш ителә.
  • Сәсегеҙ күп ҡойолһа, В9, С, Н, инозит талап ителә.
  • Йоҡоһоҙлоҡ – В төркөмө витаминдары, калий һәм кальций етмәүҙән.
  • Танау йыш ҡанаһа, С, К һәм ВЗ витамины кәрәк.
  • Һытҡылар, муйынға ҡыҙыл таптар сыҡһа, был А һәм В витаминдарына дефицит булыуын һөйләй.

Табип менән кәңәшләшеү мөһим.

Сығанаҡ: vk.com.

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: