114-се балалар баҡсаһында балалар һаулыҡтың әһәмиәте, яратҡан ризыҡтары, витаминдарҙың файҙаһы, дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләште. Тәрбиәселәр “Сәләмәт туҡланыу магазины”, “Витамин баҡсаһы” кеүек ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо, презентациялар күрһәтте.
“Дөрөҫ туҡланыу белгестәре” викторинаһы барышында 133-сө баҡса тәрбиәләнеүселәре микроэлементтар һәм витаминдарҙың ниндәй йәшелсәләрҙә һәм емеш-еләктә йәшеренгәнен белде.
105-се, 281-се һанлы учреждениеларҙан кескәй баҡсасылар йәй буйы үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙе йыйып тәмле салат әҙерләгән. Шулай уҡ улар сәләмәт туҡланыу темаһына һүрәттәр төшөрҙө, умартасы менән осрашты һәм башҡорт балы серҙәрен асты.
Фото: vk.com.