Сирлеләрҙең яртыһы тиерлек - 14 йәшкә тиклемге балалар. Республикала карантинға ябылған мәктәптәр юҡ. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, барлығы 18 синыф сир арҡаһында дистанцион уҡытыуға күсерелгән.
Әгәр уҡыусыларҙың 20 проценты ауырып мәктәпкә килмәй икән, белем усағында карантин иғлан ителә. Әммә уҡыу дистанцион форматта дауам ителергә тейеш.
Фото: yandex.