-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
6 Февраль , 11:13

Шәкәр диабеты тураһында беләһеңме?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала шәкәр диабеты менән ауырыусы балалар һаны арта. Ошо уҡыу йылы башынан мәктәптәрҙә "Мин эргәлә. Мин ярҙам итәм" тигән проект эшләй башланы.

Шәкәр диабеты тураһында беләһеңме?
Шәкәр диабеты тураһында беләһеңме?

Ул Мәғариф һәм фән министрлығы менән "Диамапы" ойошмаһы араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә Президент гранттары ярҙамы менән тормошҡа ашырыла. Был проектта 800 бала ҡатнашҡан да инде. Саралар барышында уҡыусылар шәкәр диабеты сиренең тәүге билдәләре, файҙалы һәм зыянлы ризыҡтар, ашҡаҙан аҫты биҙе эшмәкәрлеге, шәкәрҙең организмға йоғонтоһо, инсулин нимә икәне тураһында мәғлүмәт ала. Ролле уйындар аша шәкәр диабеты менән ауырыған иптәштәренең хәле насарайып киткәндә нисек ярҙам күрһәтергә икәнен дә өйрәнәләр. 

Был проект сирле балалар өсөн мәктәптәрҙә хәүефһеҙ шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: