Хәҙер беренселәр һаулыҡты бәләкәйҙән һаҡларға кәрәклеген бик яҡшы белә. Шуға ла улар спорт секцияларына теләп йөрөй. Мәҫәлән: Асҡар Йәлилов, Данис Йәлилов, Арыҫлан Мөхәмәтшин, Айназ Вәлитов, Эльназ Шафин, Эльдар Әбйәлилов самбо, көрәш секцияларында шөғөлләнһә (тренерҙары – Булат Мирғәли улы Ильясов), Егор каратэға йөрөй. Ә Арыҫлан Мөхәмәтшин менән Гөлназ Хәмиҙуллина милли йәйәнән уҡ атырға өйрәнә (тренерҙары – Фәим Салауат улы Ғайсин).
Беҙҙең Рената Ибәтуллина акробатиканы үҙ итә. Ул был спорт төрө менән 5 йәшенән шөғөлләнә. Динара Венер ҡыҙы Сәлихова етәкселегендә күп ярыштарҙа ҡатнашып, гел призлы урындар яулай.
Беҙҙә физкультура дәресе лә бик үҙенсәлекле үтә. Үҙем “Мин сәләмәт тормош яҡлы!” тигән күңелле старттар ярышын ойошторам.
Шулай уҡ синыф сәғәттәрендә уҡыусылар менән дөрөҫ туҡланыу, сәләмәт тормош алып барыу тураһында һөйләшәбеҙ. Гимназиябыҙҙың шәфҡәт туташы Рәсимә Римат ҡыҙы таҙалыҡ тураһында төрлө файҙалы әңгәмә үткәрә. Унда балаларҙы шәхси таҙалыҡтың төп ҡағиҙәләре менән таныштыра. Һаулыҡты һаҡлау һәм ауырыуҙарҙы алдан иҫкәртеү буйынса көндәлек таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеге хаҡында һөйләй.
Бына шулай сәләмәтлектең ҡәҙерен белергә өйрәнәбеҙ.
Айгөл Һатлыҡова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.