Велоуҙыштың маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.
Паркта велосипед һөйөүселәр йыйылды, сөнки был спорт төрө күптән сәләмәт йәшәү рәүеше символына әйләнгән, ул төрлө йәштәге кешеләр өсөн дә асыҡ. Велоуҙыштың иң әүҙем ғаиләләре – Аптиковтар, Собханғоловтар, Исәкәевтар бүләктәр һәм сертификаттар менән билдәләнде.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре «Сәләмәт булыу – модала», «Балалар моделле китапханаһы» мәғлүмәт буклеттарын таратты.
Сығанаҡ һәм фото:Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы