Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
18 Ғинуар 2025, 11:52

Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!

...Зарарланған ҡан ойошоп, «синустромбоз» тигән нәмәне барлыҡҡа килтереүе лә бар. Бынан тыш, эренле менингит башланыуы ла ихтимал. Бындай хәлдәрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу күпселек осраҡта мөмкин дә булмай. Әле генә һин дә мин йөрөгән кешене бер-ике көн эсендә юғалтыу ҡур­ҡынысы бар, Аллаһ һаҡлаһын! 

Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!
Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!

Сикәләрендә, танау тирәләрендә һәм башҡа урындарҙа сыҡҡан һәр төрлө һытҡы (прыщ, угорь) һәм сиҡанды (чирей) һытырға яратыусылар күп. Мин уларға һаҡ булырға, табиптарға күренергә кәңәш итер инем.
Һытҡылар гормональ үҙгәрештәр арҡаһында барлыҡҡа килеп, башлыса йәш үҫмерҙәр тәнендә күҙәтелә. Ә сиҡандар иһә тирегә бысраҡ эләгеүҙән сыға, һәр төрлө йәштә лә осрауы мөмкин. Ниндәйҙер сәбәп менән (тәндә витаминдар һәм башҡа кәрәкле матдәләрҙең етешһеҙ булыуы, һалҡын тейҙереү, арыу, шәкәр ауырыуы) организмдың иммунитеты (сирҙәргә ҡаршы тороу һәләтлеге) түбәнәйеүе лә сиҡан сығыу һымаҡ тире ауырыуҙарына килтерә. Тәү ҡарауға бик бәләкәй генә һымаҡ булып тойолған был шешектең ҡайсаҡ ғәйәт ҡурҡынысҡа әйләнеү ихтималлығын, үкенескә күрә, күптәр белмәй. Ошо хаҡта иҫкәртеүсе һәр төрлө санбюллетендәр дерматолог кабинеттарында күренгеләп ҡала, әммә уларға иғтибар итеүселәр һирәк. Күпселек осраҡтарҙа, әлбиттә, эренлекте һытыу ыңғай һөҙөмтә бирә. Шуға күрә лә әҙәм балаһы ана шундай манипуляцияларҙы үҙ аллы атҡарыуҙы битенә сыҡҡан нәмәләрҙе дауалауҙың берҙән-бер сараһы, тип иҫәпләй. Хатта халыҡта ла уны шулай тип атағандар, йәнәһе лә, уны мотлаҡ һытыу кәрәк. Ә мин, табип булараҡ, был ысулдың ҙур бәләгә килтереүе бар, тип һанайым.
Медицина фәненән әлегә алыҫ булған уҡыусыларыма аңлайышлыраҡ булһын өсөн бит өлкәһенең анатомияһы хаҡында ябай ғына кимәлдә ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирмәксемен. Кешенең бит туҡымалары ҡан һәм лимфа тамырҙарына ифрат бай. Ундағы (айырыуса өҫкө ирен, танау, маңғай тиреһендә) тамырҙарҙың бер өлөшө күҙ ҡыуышлығы тишектәре аша үтеп, баш мейеһенең ҡап уртаһында урынлаш­ҡан, вена ҡаны йыйыла торған канал менән тоташҡан.
Ә сиҡан һәм һәр төрлө һытҡыларҙың патологик физиологияһы, бер-ике һүҙ менән әйткәндә, ошолай: ниндәйҙер сәбәп менән тиренең бер нөктәһендә эрен йыйыла башлай. Ана шул урындан тәндең башҡа өлөштәренә зарарлы микрофлора таралып китмәһен өсөн эренлек «грануляцион вал» менән уратып алына. Уларҙы «лимфоцитар барьер» тип тә атай­ҙар. Был – организмдың Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән һаҡланыу функцияһы. Сикәлә йә танауҙа эренләп торған һытҡыны һығып сығарып маташҡан ваҡытта, лимфоцитар барьер емерелеп, лимфа йә иһә вена тамырына эрен барып эләгеүе мөмкин. Ябай тел менән әйткәндә, «ҡулы ҡысытҡан» кеше эренде тамыр эсенә һығып индерә. Ә шул тамыр аша һәр төрлө бактериялар менән тулы эрен өлөшсәһе баш мейеһенең «синус»ына барып етеүе ихтимал. Йыл­ғаның киң урынында ағым әкренәйгән һымаҡ уҡ, синустағы ҡандың яйыраҡ хәрәкәт итеүе һәр төрлө микроорганизмдарҙың шәпләп үҫеп китеүенә яраҡлы шарттар тыуҙыра. Һөҙөмтәлә, тиҙ арала кешенең баш мейеһендә ҡурҡыныс сир башлана. Зарарланған ҡан ойошоп, «синустромбоз» тигән нәмәне барлыҡҡа килтереүе лә бар. Бынан тыш, эренле менингит башланыуы ла ихтимал. Бындай хәлдәрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу күпселек осраҡта мөмкин дә булмай. Әле генә һин дә мин йөрөгән кешене бер-ике көн эсендә юғалтыу ҡур­ҡынысы бар, Аллаһ һаҡлаһын! Кинәт кенә түҙеп торғоһоҙ баш ауырта башлауы, тән температураһы күтәрелеүе һәр кемде шунда уҡ ошо хаҡта уйланырға һәм ашығыс рәүештә табипҡа мөрәжәғәт итеүгә этәрергә тейеш.
Бына ошондай ауыр сирҙәр хаҡында һәр беребеҙ белһен ине. Биттәге һытҡылар күбәйә башлау менән дерматологҡа (тире табибы) мөрәжәғәт итеү кәрәк. Ул һеҙгә матдәләр алышыныуҙы юлға һалыу өсөн тейешле кәңәштәр, бит тиреһенә һөртә торған һәр төрлө дауалар яҙып бирер. Хәҙерге ваҡытта аптекаларҙа дарыуҙарға ҡытлыҡ кисермәйбеҙ бит, әлхәмдүлиллаһ. Ә инде сиҡан-маҙар башлана икән, мотлаҡ хирургка күренеү кәрәк. Уның эренләп, «өлгөрөп» етеүен табип үҙ ваҡытында диагнозлап, кәрәгенсә хирургик ярҙам күрһәтер һәм яра йүнәлеп киткәнсе кү­ҙәтеү аҫтында булырһығыҙ.
Мин хеҙмәт иткән дәүерҙә әрмелә танау, бит сиҡаны (фурункул) һымаҡ сир менән һалдаттарҙы мотлаҡ стационарға һалырға, тигән бойороҡ бар ине. Биткә сыҡҡан сиҡан йә иһә тәненең баш­ҡа өлөшөндәге эренлектәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сепсис, йәғни дөйөм ҡан зарарланыуы менән ауыр хәлдә ятҡан һалдаттарҙы дауаларға тура килгеләне (Баймаҡ ҡалаһынан булған бер яҡташ һалдат та ошо ауыр сирҙән көскә ҡотолоп ҡалды). Яҡын-тирәләге башҡа бәғзе дауалау учреждениеларында шундай-бындай сирҙәр арҡаһында бул­ған үлем осраҡтары ла һирәк-һаяҡ ҡына ишетелеп ҡалғылай ине.
Күҙең ауыртһа – ҡулыңды тый, эсең ауыртһа – ауыҙыңды тый, тип тә әйтәләр бит әле. Нәҡ шуның һымаҡ уҡ, биткә сыҡҡан нәмәләрҙе лә соҡоғолап, ярһытып, үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс алдына ҡуймайыҡ. Ошо хаҡта һәр уҡыу­сы белергә тейеш. Тәнебеҙгә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән нормаль һаҡланыу һәләтенә ҡамасауламайыҡ. Шул уҡ ваҡытта табипҡа мөрәжәғәт итеүҙән дә тартыныу ярамай.


Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
Сибай ҡалаһы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас