Көнөнә 10 мең аҙым – ул өлкән кеше өсөн физик әүҙемлектең оптималь кимәле. Йәйәү йөрөү – физик әүҙемлекте арттырыуҙың иң уңайлы тәбиғи ысулы. Атлау калорияны яндыра, кәүҙә ауырлығын тейешле кимәлдә һаҡлай. Хатта бәхет гормондары етештереүгә булышлыҡ итә ул! Саф һауала йөрөү тынысландыра, көсөргәнешлекте кәметә.
Ҡалтасы районындағы реабилитация үҙәге филиалы коллективы 10 мең аҙымды үтеү маҡсатында мауыҡтырғыс сәйәхәткә сыҡты. Улар ҡарағай урманындағы "Сәләмәтлек һуҡмағы" тип аталған маршрутты һайланылар. Һаулыҡты нығытыуға ҙур аҙым яһалды, кәйефтәр күтәрелде.
Алена ВӘХИТОВА.