Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
6 Июль 2025, 20:00

Үлән эскәс, файҙаһы булды...

Минең кеүек ыҙаланғандар өсөн бер кәңәш яҙайым әле. Тик ҡулланыр алдынан, табип менән кәңәшләшерергә онотмағыҙ.  Экзема менән ауырығандарға ҡағыла.

Үлән эскәс, файҙаһы булды...
Үлән эскәс, файҙаһы булды...

Мин утыҙ йыл тирәһе ауырыным был сир менән.
Ниндәй генә дарыуҙар ҡулланманым. Ауырыу үтмәне. Бер ваҡыт гәзиттә ауырыһаң - үлән эс, тигән рубрикала "Башҡортостан" гәзитендә экземаға ҡаршы үләндәр яҙылғанын күреп, шуларҙы эсеп ҡарарға булдым. Биш төрлө үлән ине. Шулар араһында андыҙ һәм дегәнәк тамырҙары бар ине. Шул үләндәрҙе саҡ ҡына ҡайнатып, төнәтеп эстем. Ашағандан һуң бер-ике ҡалаҡ. Ул тамырҙар аптекала ла бар. Мин тәбиғәттән йыйҙым. Һәм бөттө бит теге экзема. Ғүмерлеккә бөттө.
Хәҙер ун йыл тирәһе сыҡҡаны юҡ тәнгә. Ҡалған өс үләндәрҙең исемдәре меңъяпраҡ (череда) һәм икәүһе иҫемдә түгел... Дегәнәк, андыҙ менән дә бөтөрөргә була.

Әҙерләүысулы: ваҡ ҡына итеп бысаҡ менән тураҡларға ике үләндең тамырҙарын. 700 миллиграм ҡайнап ултырған һыуға бер балғалаҡ ваҡланған тамырҙарҙы һалырға. 10 минут тирәһе талғын гына утта ҡайнатып, һыуынғас эсергә. Минең ашҡаҙан бик һау булмағас, ас ҡарынға эсмәнем, ашағас эстем.
Ошолай ҙа була. ярты литр  һыуға бер ҡалаҡ бысаҡ менән туралған дегәнәк, андыҙ тамырҙарын һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатығыҙ. Һыуынғас, бер-ике ҡалак эсеп ҡарағыҙ.

Бер аҙна эсһәгеҙ, файҙаһы күренер. Һатыуҙа (аптека) бар  икеһе лә.

 Сығанаҡ һәм фото: "Даирә".

Үлән эскәс, файҙаһы булды...
Үлән эскәс, файҙаһы булды...
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас