Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, әле 247 кабинет бар. Уларҙың 110-ы "Юғары ос!" мәғариф проекты буйынса асылған. Былтыр белем усаҡтарында 16 стоматология үҙәге яңыртылһа, быйыл - 8-ндә эштәр бара.
Шулай уҡ республикабыҙҙа 2020 йылда «Толпар» күсмә дауалау-диагностика комплексы эшләй башлағайны. Ул заманса техника менән тәьмин ителгән. Биш йыл эсендә Өфөнөң 3-cө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары бар район-ҡалаларҙы тиерлек урап сыҡҡан, балаларҙың тештәрен дауалаған.