Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
15 Сентябрь 2025, 10:00

Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, дуҫтар!

 Балалар мәктәптән, баҡсанан ауырып ҡайта, эштә лә барыһы сөскөрә башланы. Көҙгө һыуыҡ көндәр башланыу менән вирустар уяна башлай...

Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, дуҫтар!
Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ, дуҫтар!

Шундай саҡта ябай, әммә ныҡ ярҙам иткән ысул:
Стакандың өстән бер өлөшөнә йылы һыу ҡойоп, уға ярты балғалаҡ аш содаһы һалып болғатығыҙ.
Ошо шыйыҡсаны ауыҙҙа биш минут тотор кәрәк.
Бер минут та, 3-4 минут та түгел, ә теүәл биш минут!
Был ваҡытта телевизор ҡарайһығыҙмы, эш эшләйһегеҙме, әммә содалы һыуҙы ауыҙҙан биш минут үтмәйенсә төкөрөргә ярамай.
Бындай шыйыҡса әле килеп ингән вирусты шунда уҡ үлтерә.
Сөнки аш содаһы бар вирустарҙың организмға йәбешкән сылбырын өҙә. Күберәк үлән сәйе эсегеҙ! Сәләмәт булығыҙ!

Сығанаҡ: "Башдонъя" төркөмө.

 

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас