150-200 грамм йөҙөмдө яҡшылап йыуабыҙ. Өҫтөнә ике стакан һыу ҡойоп, 20 минут талғын утта ҡайнатабыҙ. Төнө буйы төнәтәбеҙ. Иртән һөҙөп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсәбеҙ. Йөҙөмдәрен дә ашап ҡуйырға була, һутлы ғына, тәмле була.
Өс-дүрт ай эскәндән һуң еңеллек тойорһоғоҙ, бауырығыҙ ҙа сәләмәтләнер.
Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!