Ул –123 ғилми яҙма авторы, «Иң яҡшы асыш», «Халыҡ табибы», «Башҡортостан Республикаһының йыл кешеһе», «Төбәктәр лидерҙары», «Рәсәй лидерҙары» кеүек конкурстар еңеүсеһе.
– Радик Зөфәр улы, 20 октябрь – Остеопорозға ҡаршы көрәш көнө. Остеопороз тиһәң, өлкән йәштәгеләр, инәйҙәр, бабайҙар күҙ алдына килеп баҫа. Ә балаларға бының ҡурҡынысы бармы?
– Ысынлап та, был сир өлкәндәр сире тигән фекер йәшәй. Әммә донъя кимәлендә тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, шундай һөҙөмтәгә килдек: кешенең һөйәк тығыҙлығы, күләме 25-30 йәшкә тиклем туплана. Бынан һуң инде һөйәк тотонола ғына. Шуға күрә һөйәктәрҙе бала саҡтан ҡайғырта башларға кәрәк. Әгәр йәш саҡта һөйәкте нығытып ҡалмаһаң, 50 йәштән һуң тиҙ генә һыныуҙар көтөлә. Ошо күренеште беҙ беренсе булып күрҙек, быға Рәсәй кимәлендә иғтибар иттеләр. Был туралағы ғилми эшебеҙ Швейцарияла сыҡҡан медицина баҫмаһында донъя күрҙе. Балалар араһында остеопорозды профилактикалау буйынса Өфө ҡалаһы миҫалында Рәсәйгә тиңләшергә кәрәк, тип яҙып сыҡтылар.
– Ғөмүмән, нимә ул остеопороз? Уны булдырмау өсөн ни эшләргә? Уҡыусыларға ошо турала һөйләп үтегеҙ әле.
– Остеопороз – һөйәктең тығыҙлығы кәмеү арҡаһында йыш ҡына уның һыныуына килтергән сир. Өлкәндәр сире, тиһәк тә, балаларға ла янай ул. Хәҙерге заманда туҡланыу – драматик күренеш. Балалар яратҡан газлы һыу, фастфуд ныҡ зарарлы, кальцийҙы үҙләштереүгә ҡамасаулыҡ итә. Шулай уҡ насар ғәҙәттәр ҙә зыянлы, әлбиттә. Сәләмәт тормош алып барыу – иң мөһиме. Элек бит күберәк урамда уйнай инек, тәбиғи ризыҡтар менән туҡландыҡ. Ә хәҙер икенсерәк. Балалар күберәк өйҙә смартфондарҙа ултыра. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Ҡояш нурҙары аҫтында уйнап, организмды Д витамины менән байытырға кәрәк. Был витаминдың 20 проценты ғына аҙыҡ менән инә, ҡалғаны – ҡояш нурҙары аша.

– Һеҙҙең педагогия фәндәре докторы Вилә Баймырҙина менән берлектә башланғыс синыфтар өсөн остеопорозды профилактикалау буйынса сығарған пособиеғыҙ ҙа бар.
– Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, беҙҙең республикала уҡыусылар араһында һөйәк-мускул ауырыуҙары икенсе урында тора. Балаларҙы яҫы табанлылыҡ, кәүҙәнең төҙ булмауы борсой. Әсбапҡа һәр синыф уҡыусылары өсөн айырым дәрес өлгөләре бирҙек. Уларҙың темалары – «Һөлдәнең төҙөлөшө», «Дөрөҫ туҡланыу – һаулыҡ нигеҙе», «Хәрәкәттә – һаулыҡ», «Витаминдар – беҙҙең дуҫтар». Балалар баҡсаларына ла иртәлектәр өсөн сценарийҙар тәҡдим иттем. Остеопорозды иҫкәртеү темаһына яҙған әкиәттәрем дә бар. Кескәйҙәрҙе бәләкәйҙән кальцийға, аҡһымға, Д витаминына бай ризыҡтарҙы яратырға өйрәтергә, физик әүҙемлеккә ылыҡтырырға кәрәк. Әйтәйек, һөт, эремсек, йогурт, сыр кеүек һөт ризыҡтары кальцийға бай. Организм уны яҡшыраҡ үҙләштерһен өсөн Д витамины кәрәк: балыҡ, бәшмәк, май, йомортҡа һарыһы, бауыр...
–Үҙегеҙҙең мәктәп йылдары нисек үтте?
– Мин – Илеш районы Иҫке Дөмәй ауылынан. «Бишле»гә генә уҡыным. Беҙҙең осор балалары октябрят, пионер, комсомол мәктәбен үтте бит инде. Ике йыл комсорг булдым. Мәктәп йылдары тураһында матур иҫтәлектәр генә һаҡлана. Матбуғат менән дә дуҫ булдыҡ. «Башҡортостан пионеры» гәзитенә яҙышып, мәҡәләләр ебәреп торҙом, «Пионер» журналында һүрәтем конкурста урын алғайны.
– Ижад менән ҡыҙыҡһыныуығыҙ бына ҡайҙан килә икән?! Ә ни өсөн медицинаны һәм уның нәҡ ошо йүнәлешен һайланығыҙ? Һөнәр һайлауға кем, нимә этәргес бирҙе?
– Бала саҡта атай-әсәй көнө буйы эштә, күп ваҡытым ҡартнәйем менән үтә торғайны. Бының менән бәхетлемен. Табип һөнәрен һайлауыма ла ул сәбәпсе булды. Олоғайғас, йыш ауырый торғайны. Ә дауаханала өлкәндәргә ул тиклем иғтибар юҡ бит инде. Их, табип булһам, оло йәштәгеләргә ярҙам итер инем, тип уйлай инем. Ҡартнәйем дә, йомшаҡ күңеллеһең, улым, табип булырһың, ахырыһы, ти торғайны. Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамланым. Ә кандидатлыҡ диссертацияһына тема һайлағанда, профессор Валентин Никитин минең ғаилә тарихын, уй-ниәттәремде белешеп алды ла остеопороз темаһын тәҡдим итте. Был –Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ошо сир буйынса яҙылған тәүге диссертацияларҙан булды.