Әммә күпселек уны 60 йылда бөтөрә.
Бауырҙы ваҡытында таҙартыу ҡанды ла таҙартыуға булышлыҡ итер.
150 грамм йөҙөмдө яҡшылап йыуығыҙ.
Уның өҫтөнә ике стакан һыу ҡойоп, 20 минут талғын утта ҡайнатығыҙ.
Ул төнө буйы төнәргә тейеш.
Шуға кискеһен эшләгеҙ.
Иртәнсәк һөҙөп, ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ.
Йөҙөмдәрен бутҡаға һалып, йәки үҙен генә ашағыҙ. Файҙаға ғына булыр.
Төнәтмәне эсә башлағандан һуң бер нисә көндән үк көсөгөҙ артып, хәл инеүен тойорһоғоҙ.
Ә 4 айҙан бауыр тулыһынса таҙарыр.
Бауырҙы таҙартҡан мәлдә йәшелсәгә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: Башдонъя