Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
25 Ноябрь 2025, 22:45

Сөскөртә башланымы?..

Ҡыҙыл көртмәле (брусника) йәки мүк еләген (клюква) 5 – 6 аш ҡалағы һалабыҙ ҙа өҫтөнә эҫе һыу ҡоябыҙ.

Сөскөртә башланымы?..
Сөскөртә башланымы?..

Ашҡаҙанына зарланмағандарға ҡырылған имбирь өҫтәргә мөмкин. Бер аш ҡалағы самаһы. Бынан эсемлек тағы көсәйәсәк.
Термостағы сәйебеҙ йылы булғас, уға бер аҙ бал өҫтәйбеҙ (өҫтәмәһәң дә була) һәм уны йыш-йыш эсәбеҙ.
Ауырый башлағанда ғына эсһәң, иртәнсәккә ауырыу ҡул менән һыпырып алынғандай була.
Әйткәндәй, мин был еләктәрҙең икеһен ҡушып эшләнем. Улай бигерәк шәп.
Был еләктәр һауыҡтырып ҡына ҡалмай, ә иммунитетты ла нығыта. Икеһе лә ла магазин, маркеттарҙа туңдырып һатыла.

Сығанаҡ һәм фото: Башдонъя

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас