Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
3 Декабрь 2025, 12:35

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Беҙҙә үҫмерҙәр һәм балалар өсөн төрлө саралар үтеп кенә тора.

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Әле бына «Айыҡ ауыл» республика конкурсы айҡанлы «Айыҡлыҡ – киләсәгеңдең ышаныслы нигеҙе» тигән һөйләшеү ойошторолдо. Балалар сәләмәт тормош, айыҡ аҡыл тураһында әңгәмәгә ихлас ҡушылды.
Клуб мөдире Гөлнара Айрат ҡыҙы Исламова турнир ҙа үткәрҙе. Ул бер нисә төрлө ярыштан торҙо. Егеттәр та­һыллыҡта, етеҙлектә көстәрен һынаны.
Йома көндө лә, Ураҙа, Ҡорбан байрамдарында иһә үҫмерҙәр күпләп ауыл мәсетенә йөрөй. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тигәндәй, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәүселәр – айыҡлыҡ яҡлы!

Сөмбөл ЙОСОПОВА.
Учалы районы,
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас