Быйыл 1,86 миллион кешенен һаулығын тикщереү планлаштырыла икән. 2026 йылда кемдәргә 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36, 39 йәш тула (2008, 2005, 2002, 1999, 1996, 1993, 1990, 1987 йылдарҙа тыуғандар) диспансерлаштырыуға яҙылығыҙ. 40 йәштән өлкәнерәктәр йыл һайын һаулығын тикшертә ала. Был профилактик сараның әһәмиәте ҙур. Былтыр, мәҫәлән, 300 мең кешелә төрлө сирҙәр асыҡланған, улар ваҡытында дауалана башлаған.
Министр белдереүенсә, быйыл диспансерлаштырыуҙа яңылыҡ - яңы анализ да бар икән. Инфаркт булыу хәүефен асыҡлау өсөн липопротеидты тикшереүгә 18-40 йәшлектәр бер тапҡыр анализ бирә ала. Ә 19-40 йәштәгеләргә - алты йылға, өлкәнерәктәргә өс йылға бер тапҡыр был анализды тапшырырға кәрәк. Сирҙе дауалауға ҡарағанда булдырмау еңелерәк, тиҙәрме әле?
Фото: shortpixel.