Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың - байлығың
9 Февраль , 13:31

Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға кәрәк

Тештәр – матурлыҡ билдәһе генә түгел. Дөйөм һаулыҡҡа ла нигеҙ булып тора. Белеп ҡуйығыҙ. Уларҙы бала саҡтан тәрбиәләп тороу, сәләмәтлеген ҡайғыртыу фарыз. Ошо хаҡта Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматологияһы поликлиникаһы табибы Юлиә Анатолий ҡыҙы Савенко менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға кәрәк
Тештәрҙе бәләкәйҙән һаҡларға кәрәк

– Кешенең теше ҡасан формалаша башлай?

– Әсә ҡарынында ятҡан сабыйҙың тәүге өс айында тештәр формалаша башлай. Шуға ла буласаҡ әсәйгә кальцийға бай аҙыҡтар менән туҡланырға, сәләмәтлеген ҡайғыртырға кәрәк. Был осорҙағы хатта тымау менән ауырыу ҙа тыуасаҡ баланың тештәренә йоғонто яһаясаҡ. Иң тәү сиратта улар яй, оҙаҡ сыға. Һуңынан төрлө ауырыуҙар менән сирләгәндә кариес тиҙ арала барлыҡҡа килә.

– Тештәрҙең «дошман»дары тураһында әйтеп үтһәгеҙ ине.

– Күптәр тәмле-татлы тештәрҙе бөтөрә, тип уйлай. Әммә йәш организмға уларҙы ла ашарға, алтын урталыҡты һайларға кәрәк. «Дошман»дарға килгәндә инде, «Чупа-чупс» кеүек ҡаты тәмлекәстәр, мармеладтар, һурғыс кәнфиттәр тештәрҙең эмалдәрен ашаһа, мармеладтар тештәргә йәбешеп ҡалып, уларҙы зарарлай. Йәнә был ризыҡтар арҡаһында аллергия барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ашҡаҙан аҫты биҙенә лә зыяны бар.

– Тештәрҙе табипҡа күрһәтеп торорға кәрәкме? Йәнә һөт тештәрен дауаламаһаң да була, тигәндәр арабыҙҙа бар...

– Бала тыуып бер ай үткәс тә уны стоматологҡа алып барырға кәрәк. Һуңынан, тештәр борсомаһа ла, йылына ике тапҡыр табиптарға күренеү мөһим. Улар менән кәңәшләшеп тороу файҙаға ғына. Һөт тештәрен дә шулай уҡ ваҡытында мотлаҡ тәрбиәләргә, ҡарарға кәрәк. Беренсенән, ғүмерлек тештәр сыҡҡансы, уны дауаламайынса алдан һурҙырырға тура килһә, ауыҙ ҡыуышлығының тәбиғи төҙөлөшө үҙгәрә. Икенсенән, тештәр ашҡаҙан-эсәктәрҙең дөрөҫ эшләүе өсөн дә яуап бирә. Бер нисә генә теш булмаһа ла, сәйнәү ауырлаша һәм аҙыҡ ауыҙҙа тейешле кимәлдә сәйнәлмәйенсә йотола. Был ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлегенә насар йоғонто яһай. Ғөмүмән, ашҡаҙан сирҙәре – ныҡлап сәйнәмәйенсә, ашыҡ-бошоҡ ашарға яратҡандарҙың ауырыуы.

– Тештәр буйынса башҡа ауырыуҙар тураһында белеп буламы?

– Әлбиттә. Мәҫәлән, ауыҙҙан насар еҫ килһә, тештәр ауырта тип уйлау ғәҙәткә кергән. Әммә бының ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән бәйле булыуы ла мөмкин. Тештәр һынып, дауалау ваҡытында онталып торһа, кальций етмәүен аңлата. Ирендәре һәр ваҡыт ярылып йөрөгән кешегә А, В, Е витаминдары кәрәк. Шулай уҡ, төкөрөккә ҡарап та балаларҙың ниндәйҙер ауырыу менән сирләүҙәрен аңғарып ҡалырға мөмкин. Был осраҡта ата-әсәләргә башҡа табиптарға күренергә тәҡдим итәбеҙ.

– Һеҙҙең кабинетҡа бәләкәстәр керергә ҡурҡмай. Бының сәбәбе ниҙә икән?

– Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр бит. Утыҙ биш йылға яҡын эшләү дәүеремдә балаларҙың төрлөһөн дә күрергә тура килде. Алдан уҫалыраҡ табип тура килеп, дауалау ваҡытында ауырттырһалар, әлбиттә, улар аҙаҡ аяҡ тибеп ҡаршы тора. Әммә был осраҡта ла юғалып ҡалмайбыҙ: төрлө һүҙҙәр әйтеп дәртләндерәбеҙ. Иң батыр, оло йөрәкле, матур икәнлеген белгән кеше нисек ауыҙын асырға ҡурҡып ултырһын? Процедура тамамланғас, сәпәкәйләп уларҙы маҡтайбыҙ. Ата-әсәһенә уйынсыҡ алып биреүҙәрен дә һорайым.

– Гәзит уҡыусыға ниндәй теләк-кәңәштәрегеҙ булыр?

– Тештәрегеҙҙе һәр йәштә лә һаҡлағыҙ. Улар ныҡ, матур булһын өсөн рационда ит, балыҡ, емеш-еләк, йәшелсә кеүек аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Йәнә ашағандан һуң ауыҙ сайҡатыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Теш пастаһы менән таҙартып торорға ла онотмағыҙ.

 

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.

 Өфө ҡалаһы.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас