

Йәш бүленешенә ҡарап, ҡатнашыусылар төрлө спорт төрҙәрендә үҙҙәренең көсөн һәм таһыллығын күрһәтте. Йүгереү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә торған ерҙән алға эйелеү, урындан оҙонлоҡҡа һикереү, пневматик винтовканан атыу һәм башҡа ярыштарҙа үҙҙәрен һынанылар.
Төп судья, Бөрйән районының ГТО тапшырыу буйынса баш инструкторы Нәсимә Шәкирова етәкселегендәге судьялар Флүр Дәүләтшин, Светлана Аҙанғолова, Нәзифә Науразбаева, Фәнил Мөхәмәтйәновтар тарафынан күрһәткестәр теркәлә барҙы.
Нормативтарҙы барыһы ла уңышлы тапшырҙы. Рәсимә һәм Азамат Баязитовтар, Ғәзимә Байназарова, Лариса Маликова, Зәлиә Ғарифуллина, Миләүшә Ямғурсина, Эльмира Муллағолова, Гүзәл Сәғитова, Айгөл Тулыбаева, Айгөл Әлибакова, Гүзәл Ҡыуандыҡова, Тайфур Латипов, Ғәзим Ғәлиуллин һәм башҡалар яҡшы күрһәткестәргә өлгәште.
– Әүҙем ҡатнашыусыларға Бөтә Рәсәй Федерацияһының бойороғо нигеҙендә алдағы көндәрҙә танытмалар тапшырыласаҡ, – тине мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев. Ә инде ошо эште районда ойоштороусы Нәсимә Шәкирова:
– ГТО фестивалендә ҡатнашыу ул норматив тапшырыу ғына түгел, ә үҙеңдә ихтыяр көсө тәрбиәләү, сәләмәт тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу ҙа. Рәсәйҙә спортты үҫтереү программаһын һәм "Оҙайлы әүҙем тормош" проектын тормошҡа ашырыуҙа Мораҙым, Яуымбай, Мәһәҙей филиалдары менән бергә Байназар мәктәбе коллективы ҙур өлгө күрһәтте, афарин уларға, – тип белдерҙе.
Сәйҙә СӘЙӘХОВА.