+21 °С
Облачно
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
12 Сентября , 11:40

Иммунитетты нығытайыҡ!

Көҙгө һалҡындар етеү менән ауырыуҙар көсәйә. Шуға ла иммунитетығыҙҙы нығытыу хәстәрлеген күрегеҙ. 

Иммунитетты нығытайыҡ!Иммунитетты нығытайыҡ!
Иммунитетты нығытайыҡ!

Ашаған ваҡытта 1-2 аш ҡалағы һуған һутын эсеү тымау, киҙеү һымаҡ ауырыуҙарҙан һаҡлар. Ғөмүмән, һуғандың шифаһы бик ҙур. Дөрөҫ ҡуллана белһәң, йүткеректән дә яҡшы ярҙам итә, антибиотик та була ала. 

Йоҡо бүлмәһенә туралған һуғанды ултыртып ҡуйыу ҙа вирустарҙан һаҡлар. Тик был һуғанды ашарға ярамауын онотмағыҙ! Сөнки ул бер нисә сәғәт эсендә әллә күпме микробты үҙенә һурып ала.
Йүткеректе дауалау өсөн бер стакан һөттә бер баш һуғанды ҡайнатып алығыҙ. Ошо һөттө эҫе килеш, әкрен генә эсегеҙ.
Өс аш ҡалағы һуған һутын өс аш ҡалағы бал менән бутағыҙ. Был тәбиғи антибиотик булып һанала. Уны көнөнә өс мәртәбә ашар алдынан берәр сәй ҡалағы ҡулланығыҙ.

Сығанаҡ: tanburz.ru

Фото: gemotest.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас