-3 °С
Облачно
VKOKМакс
Һаулығың - байлығың
22 Октября , 10:25

Сәс ҡойолмаһын, тиһәң...

Бер туҡтауһыҙ сәсегеҙ ҡойоламы? Хафаланмағыҙ! Һеҙгә һуғандан эшләнгән маска ярҙам итер. Уны әҙерләү бик еңел.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сәс ҡойолмаһын, тиһәң...Сәс ҡойолмаһын, тиһәң...
Сәс ҡойолмаһын, тиһәң...

Уртаса ҙурлыҡтағы бер баш һуғанды ҡырғыс аша үткәреп, уға бер аш ҡалағы зәйтүн майы ҡушырға кәрәк. Иҙмәне баш тиреһенә һөртөп, 15 минут дауамында бармаҡтар менән еңелсә массаж яһап, башты полиэтилен менән ҡаплау талап ителә. Йылы һаҡланһын өсөн таҫтамал урап, ярты сәғәт тирәһе тоторға кәрәк. Аҙаҡ сәсте яҡшылап йыуабыҙ. Һуғандың ҡырҡыу еҫен бөтөрөү өсөн лимон һуты йәки аш һеркәһе һалынған һыу менән тағы ла берҙе сайҡатырға мөмкин. Лимон һутын бер юлы иҙмәгә өҫтәргә лә була.

Сығанаҡ: alshvesti-b.ru

Фото: dalwin.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас