-8 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Өлөшлө булайыҡ!

Халыҡ иҫәбен алыу тигәндә, иң тәүҙә күҙ алдыма бала саҡ хәтирәһе килеп баҫа. Мин башланғыс синыфта ғына уҡып йөрөйөм. Инәйем (беҙҙең яҡта әсәйҙе шулай тип йөрөтәләр) – мәктәп китапханаһында китапханасы. Ауыл ерендә, әлбиттә, ураҡ мәле булһынмы, сәсеүме һәм башҡа мөһим саралармы – улар иң алда йөрөгән агитаторға әүерелә.

Халыҡ иҫәбен алыу тигән төшөнсәне мин шул мәлдә төшөндөм. Ил хөкүмәте иғлан иткән барлыҡ хоҡуҡтар менән ҡулланырға үҙемдең дә хоҡуғым һәм өлөшөм бар икәнлеген аңланым. Сөнки ҙур илдәге халыҡ һанын мин дә рәсми рәүештә тулыландырасаҡмын бит.

Иҫәп алыуҙың үҙенә килгәндә, инәйем тәүҙә махсус уҡыуҙар үтте. Уларға иҫәпсе таныҡлығы ла бирелде. Ауылды өлөшкә бүлеп, кем ҡайһы участканы йөрөп сығырға тейешлеге билдәләнгән. Иҫәп алыу башланырҙан алда ошо урындар буйлап йөрөп, аңлатыу эштәре алып барҙы. Эш башланғас инде ике вәкил (береһе – иҫәпсе, икенсеһе – «һаҡсыһы», йәғни ул-был хәлдәрҙән ҡурсалар өсөн иҫәп алырға ике кеше йөрөй ине. Әгәр инәйем яңғыҙы сыҡһа, ниндәй йортҡа ингән, шунда кәртәгә флаг ҡуйып инә. Шуның буйынса «һаҡсы» уны барып таба) махсус сумкаға ҡа­ғыҙҙарын, кәрәк яраҡтарын тултырып, үҙҙәренең участкаһына юллана. Ауылда ла ҡайһы бер­ҙә хужалар өйҙә булмаһа, уларға ҡабаттан баралар. Сөнки иҫәп алыу – ил өсөн мөһим ваҡиға. Һәр кем ҡатнашырға һәм иҫәп­кә инергә тейеш. Ҡатнашма­һаң, һан­ға бар – иҫәпкә юҡ, тигәндәй, миллионлаған кеше ара­һында һин дә буталып йөрөйә­сәк­һең, әммә шәхсән, рәсми үҙеңдең өлөшөң, урының, ҡыҫ­ҡаһы, «мин»ең булмаясаҡ!

Юҡҡа ғына тотош донъяла һәр 10 йыл һайын халыҡ, ауыл хужалығы һәм улар араһында башҡа иҫәп алып барылмай. Әгәр һәр айырым хужалыҡ үҙенә күрә бәләкәй дәүләт тип күҙ алдына килтерһәк, уның хужалары ла бит киләсәккә план төҙөү өсөн үҙенә күрә иҫәп алып бара. Мөмкинлеген самалай, ниндәй етешһеҙлеккә иғтибар бирергә, уны бөтөрөргә кәрәклеген асыҡлай икән, оло дәүләт тә шундай принциптан сығып эш итә, әммә уның яуаплылығы ҙурыраҡ. Ләкин ошо оло яуаплылыҡ һәр кемдең кескәй генә яуаплылығынан барлыҡҡа килә. Ҡыҫҡаһы, халыҡ иҫәбен алыу – ул һәр кемдең илебеҙ үҫешен планлаштырыуға индергән бәләкәй генә өлөшө. Хатта иҫәп алыусылар биргән һорауҙар ниндәйҙер кимәлдә үтә шәхси булһа ла ҡур­ҡырға ярамай – барлыҡ мәғлүмәт конфиденциаль һәм ул дөйөмләштерелә. Хәҙерге юғары технологиялар заманында иҫәп алыу­сыны көтөп тормайынса, Дәүләт хеҙмәте сайтына инеп, электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙ аллы тултырырға ла мөмкин (был хеҙмәт иҫәп алыу башлан­ғас ҡына асыласаҡ). Эйе, заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, ҡасан ғына минең инәйем сумка тултырып ҡағыҙ күтәреп йөрөһә, хәҙер юғары технологиялар заманы һәм иҫәп алыуҙы үҙ аллы ла үтергә була. Әммә шуны онотмағыҙ: әйтәйек, бер йортта нисә кеше йәшәй, уларҙың барыһы ла иҫәпкә алынырға һәм быны бер кеше баш­ҡарырға тейеш. Йәғни бер кеше сайтҡа инеп, 4 – 5 кешенән тор­ған ғаиләне иҫәпкә ҡуя. Белгестәр әйтеүенсә, бының өсөн уртаса алғанда 30 минут ваҡыт китеүе ихтимал. Интернет аша иҫәп үткәндә, махсус код бирелә һәм ул иҫәп алыусының исемлегендә сағылыш таба. Шулай ҙа иҫәп алыусы йортоғоҙға килеп, кодты сағыштырып ҡарай һәм ғаилә ағзалары барыһы ла иҫәп үткәнме икәнлеген белешә ала. Бөгөнгө эпидемиологик хәл-торош йәмғиәтте күп эштәрҙе ситтән тороп баш­ҡарырға өйрәтте. Тимәк, иҫәпкә лә интернет селтәре аша торорға мөмкин һәм бында компьютер, ноутбук менән һин дә мин аралашҡан уҡыусыларға ата-әсәләренә бер аҙ ярҙам итеп ебәрергә лә кәрәк булыр, моғайын.

Шулай уҡ уҡ иҫәп алыусылар ҙа махсус планшеттар файҙаланасаҡ. Әммә интернет булмаған урындарҙа ҡағыҙ бланкылар ҡулланылыуы ихтимал.

Минең бала саҡта иҫәп алыу­сыны башҡаларҙан айырыу билдәһе булып махсус билдә һәм танытма торһа, бөгөн махсус шарф, жилет, планшет һалынған сумка буйынса танырға мөмкин. Әммә иң мөһиме – уларҙың танытмаһы булыуы шарт.

Иҫәп алыуҙың мөһимлеге тағы нимәлә, беләһегеҙме? Тап ошо кампания һөҙөмтәләре милләтебеҙҙең һанын, милләттәштәребеҙҙең күпмеһе башҡорт телендә һөйлә­шә, башҡорт телен туған теле итеп һанай икәнлеген аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Хәҙер уйлап ҡарағыҙ: әгәр дәрескә әҙерләнмәй барып, уҡытыу­сының һорауына яуап бирә алмай, насар билдә алһаң, уны икенсе дәрестә үк төҙәтергә мөмкин. Ә инде иҫәп алыу тигән дәрестә яуап­тарҙы дөрөҫ бирмәһәң, уны төҙәтеү өсөн сираттағы кампанияны көтөргә тура килә. Бының өсөн кәм тигәндә тағы ла ун йыл көтөргә кәрәк! Шуға күрә бында ата-әсәләр ҙә яңылышырға тейеш түгел.

Ҡабат бала саҡҡа урап ҡайт­ҡанда, иҫәпсе инәйебеҙ ағайым менән минән дә милләтебеҙҙе һораған кеше булды (беҙ – ул ваҡытта СССР тип аталған илдең граждандары һәм бәләкәй булһа ла шәхестәре инек): «милләтегеҙ кем?» – «башҡорт!», «ту­ған теле­геҙ ниндәй тел, ниндәй телдә һөй­ләшәһегеҙ?» – «баш­ҡорт теле!»

Ә сираттағы иҫәп алыуҙа миллионлаған кеше араһында һинең тауышың башҡортса ишетелерме, башҡалар өлөшлө булғанда һинең «мин»еңдең дә үҙ өлөшө булырмы?

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: