+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар: "Мин халыҡ иҫәбен алыуҙы төшөрәм" һүрәт конкурсы!

Рәсәйҙәге бәләкәй балалар халыҡ иҫәбен алыу буйынса нимә белә икән? Был сараны нисек күҙ алдына килтерә? Ошо һорауҙарға тиҙҙән яуап та буласаҡ. Росстат балалар араһында халыҡ иҫәбен алыуға арналған һүрәттәр буйынса конкурс иғлан итте.

Унда 7 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Төп маҡсат – үҙең йәшәгән ерҙә халыҡ иҫәбен алыуҙы һүрәтләү, тыуған төйәгеңде төшөрөү. Мәҫәлән, эмблема һәм талисман – ВиПиНаны ҡулланып, үҙегеҙҙең яратҡан һәм йәшәгән ерегеҙҙе төшөрөп ебәрергә мөмкин.
Конкурста ҡатнашыр өсөн https://www.strana2020.ru сайтына инеп теркәлергә кәрәк.
Конкурс эше ҡағыҙҙа төҫлө ҡәләм һәм төҫлө буяу менән төшөрөлөргә тейеш. Һүрәттәрҙе 2021 йылдың 1 мартына тиклем ебәрергә кәрәк.
Еңеүселәрҙе дүрт премия көтә: икешәр – 7-9 һәм 10-12 йәштәгеләр араһында.
Конкурс һөҙөмтәләрен Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу социаль селтәрҙәрендә белергә мөмкин: https://vk.com/strana2020, https://www.facebook.com/strana2020, https://ok.ru/strana2020, https://www.instagram.com/strana2020.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 1 апреленән 30-на тиклем үтәсәк.

Читайте нас: