

Башҡортостан статистика хеҙмәте башлығы Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, иҫәп алыусылар штаты тулыһынса булдырылған. Улар арһында вакциналанғандар өлөшө – 84,5 процент. Дөйөм алғанда, төбәгебеҙ ҙур кампанияны лайыҡлы үткәреүгә әҙер. Йәниҫәптең тәүге оператив һөҙөмтәләрен йыл аҙағында уҡ беләсәкбеҙ.