+22 °С
Облачно
VKOKМакс

Йәш рәссамдар араһында бәйге дауам итә

Ҡәҙерле балалар, һеҙ һүрәттәрегеҙҙә ғаиләгеҙҙең халыҡ иҫәбен алыуҙа нисек ҡатнашыуын, иҫәп алыусыларҙың өйөгөҙгә ниндәй кейемдә килеүен сағылдыра алаһығыҙ.

Йәш рәссамдар араһында бәйге дауам итәЙәш рәссамдар араһында бәйге дауам итә
Йәш рәссамдар араһында бәйге дауам итә

Шулай уҡ шәжәрә ағасығыҙҙы ла төҙөп ебәрергә, үҙегеҙ йәшәгән ауыл, ҡасаба, ҡала ерҙәрендәге иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләргә мөмкин. Тик ижади эшегеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың эмблемаһы һәм талисманы ВиПиН да урын алһын.  Әле редакцияға Туймазы районы Серафимовка мәктәбенең I "Б" синыфы уҡыусыһы Катя Хазова һүрәт төшөрөп ебәргән. 

Бәйге еңеүселәрен жюри ағзалары 7 – 10, 11 – 14 йәштәгеләр араһында айырым билдәләйәсәк.

Еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.

Конкурс эштәрен 15 ноябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына yanshishma@yandex.ru йә «Йәншишмә»нең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.

Һүрәттәр көтәбеҙ, дуҫтар!

#Переписьнаселения #ВПН2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Йәш рәссамдар араһында бәйге дауам итә
Йәш рәссамдар араһында бәйге дауам итә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас