+14 °С
Болотло
VKOKTelegram

Иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ!

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргәсә дауам итә.

Иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ!Иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ!
Иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ!

Баш­ҡорт­останда 7 мең­дән ашыу иҫәп алыу­сы эшләйәсәк. Алдан хәбәр ите­үебеҙсә, был йәниҫәптең үҙенсәлеге шунда: анкета яуаптары тура планшетҡа тултырыла. Бының өсөн махсус программа эшләнгән.Иҫәп алыусы күк (зәңгәр) төҫтәге кейемдә буласаҡ. Шарфы, жилеты йәниҫәп логотиптары менән. Сумкаһы ла шул уҡ төҫтә. Иң мөһиме: ысын иҫәпсе һеҙҙән документ һорамаясаҡ, ә бына үҙенекен күрһәтәсәк (махсус таныҡлыҡ һәм паспорт).Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәрендә (МФЦ) йәниҫәп һорауҙарына яуап бирергә мөмкин. Әгәр ҙә иҫәп алыусыларға яуап бирергә теләмәһәгеҙ йә электрон форматта эшләү үҙегеҙгә уңайлыраҡ булһа, «Дәүләт хеҙмәттәре» («Госуслуги») порталында анкета тултырырға була йәки процедураны күп функциялы үҙәккә килеп үтә алаһығыҙ. МФЦ бүлексәләрендә ирекмәндәр ҙә эшләйәсәк.Йәниҫәптә ҡатнашыу ирекле, әммә мөһим. Берәү ҙә һеҙҙән исем-фамилияғыҙҙы, килемегеҙ хаҡында һорамаясаҡ, документтарығыҙҙы күр­һәтеүҙе талап итмәйәсәк. Анкета һорауҙары ауыр түгел. Рәсәйҙә даими йәшәүселәргә 23 һорау бирелә. Иҫәп алыу һөҙөмтәләренә таянып, илдең үҫешенә булышлыҡ итәсәк программалар төҙөлә. Тимәк, сара үтә лә әһәмиәтле.Тәүге оператив һөҙөмтәләрҙе декабрҙә үк беләсәкбеҙ. Рәсми йомғаҡ 2022 йыл аҙағына тиклем бер нисә этапта иғлан ителәсәк.

#Переписьнаселения #ВПН2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас