+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Асияның ижад емеше

ВиПиН иғлан иткән йәш рәссамдар араһында "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм мин" бәйгеһе дауам итә. Ойоштороусылары – Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы һәм "Йәншишмә" гәзите редакцияһы.

Асияның ижад емеше
Асияның ижад емеше

 Беҙгә Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Асия Нәҙербаева һүрәт төшөрөп ебәргән. Ул II синыфта уҡый.

Ҡәҙерле балалар, һеҙ һүрәттәрегеҙҙә ғаиләгеҙҙең халыҡ иҫәбен алыуҙа нисек ҡатнашыуын, иҫәп алыусыларҙың өйөгөҙгә ниндәй кейемдә килеүен сағылдыра алаһығыҙ. Шулай уҡ шәжәрә ағасығыҙҙы ла төҙөп ебәрергә, үҙегеҙ йәшәгән ауыл, ҡасаба, ҡала ерҙәрендәге иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләргә мөмкин. Тик ижади эшегеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың эмблемаһы һәм талисманы ВиПиН да урын алһын.

Бәйге еңеүселәрен жюри ағзалары 7 – 10, 11 – 14 йәштәгеләр араһында айырым билдәләйәсәк.

Еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.

Хөрмәтле дуҫтар! Конкурс эштәрен 15 ноябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына [email protected] йә «Йәншишмә»нең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.

#Переписьнаселения #ВПН2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Асияның ижад емеше
Асияның ижад емеше
Асияның ижад емеше
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: