+19 °С
Облачно
VKOKTelegram

Көйөргәҙе яҡтарынан һүрәт килде

ВиПиН иғлан иткән йәш рәссамдар араһында "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм мин" бәйгеһе дауам итә. #Переписьнаселения #ВПН2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Көйөргәҙе яҡтарынан һүрәт килдеКөйөргәҙе яҡтарынан һүрәт килде
Көйөргәҙе яҡтарынан һүрәт килде

Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыһы Азалиә Хәйбуллина һүрәт төшөрөп ебәргән. Ул III cиныфта уҡый.

Ҡәҙерле балалар, һеҙ һүрәттәрегеҙҙә ғаиләгеҙҙең халыҡ иҫәбен алыуҙа нисек ҡатнашыуын, иҫәп алыусыларҙың өйөгөҙгә ниндәй кейемдә килеүен сағылдыра алаһығыҙ. Шулай уҡ шәжәрә ағасығыҙҙы ла төҙөп ебәрергә, үҙегеҙ йәшәгән ауыл, ҡасаба, ҡала ерҙәрендәге иҫтәлекле урындарҙы һүрәтләргә мөмкин. Тик ижади эшегеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың эмблемаһы һәм талисманы ВиПиН да урын алһын.

Бәйге еңеүселәрен жюри ағзалары 7 – 10, 11 – 14 йәштәгеләр араһында айырым билдәләйәсәк.

Еңеүселәргә бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.

Конкурс эштәрен 15 ноябргә тиклем редакцияның электрон почтаһына yanshishma@yandex.ru йә «Йәншишмә»нең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнә ебәрегеҙ.

Көйөргәҙе яҡтарынан һүрәт килде
Көйөргәҙе яҡтарынан һүрәт килде
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас