

Тыуған еремдә,Минең илһамым шишмәһе –Һөйгән йәремдә.
Тыуған ерһеҙ, һөйгән йәрһеҙ —Телһеҙ, мин етем.Тыуған ерем, һөйгән йәрем,Тик һеҙ — бәхетем.
Ауыр саҡта — йөрәгемдәЕр көсөн тоям,Йә йәремдең күкрәгенәБашымды ҡуям, —
Мөхәббәтем һәм нәфрәтемҺаҡланып ҡала,Ауырлыҡтар һәм ваҡлыҡтарТапалып ҡала.
Эшләргә лә, йәшәргә ләХаҡым бар минең —Сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәйХалҡым бар минең!
Рәми ҒАРИПОВ.
Фото интернет селтәренән.