+15 °С
Облачно
VKOKМакс

Һеҙгә йәниҫәп алыусылар килдеме?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу дауам итә.

Һеҙгә йәниҫәп алыусылар килдеме?Һеҙгә йәниҫәп алыусылар килдеме?
Һеҙгә йәниҫәп алыусылар килдеме?

Әле ошо мөһим сарала йәниҫәп алыусы булып йөрөүсе, Өфө ҡалаһындағы 3-сө гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова менән һөйләшеп алдыҡ.

– Нисегерәк бара эшегеҙ? Халыҡ әүҙем ҡатнашамы?
– Тырышабыҙ. Һынатмаҫҡа ине. Әлбиттә, был яуаплы, мөһим сарала ҡатнашыуым – тарихи мәл. Халыҡтың күпселеге был эшкә етди ҡарай, шулай ҙа баш тартыу­сылар ҙа осрай. Бигерәк тә оло быуын кешеләре ихлас ҡатнаша, хатта сәй тәҡдим итәләр. Беҙҙең мөһим эштә икәнлекте лә аңлайҙар. Аҙаҡ инде йән иҫәбен алыу эштәре бөткәс, ҡунаҡҡа инеп сығыуымды үтенәләр. Йәш быуын вәкилдәренең төрлөләре бар, кемдер бик ихлас ҡабул итә, ҡай­һыһылыр ишеген ябып ҡына ҡуя. Хатта бәғзеләре тауыш күтәреүҙән дә тартынмай, бәхеткә, ундайҙар бик һирәк.
Мин йөрөгән участкала төрлө контингент кешеләре йәшәй. Улар торлаҡ шарттары, ҡайһы милләттән булыуҙары, белемдәре, йәш үҙенсәлектәре, ғаилә һәм белем кимәле, хатта тәрбиә яҡтары менән дә бер-береһенән айырылып тора. Шулай ҙа алсаҡ, белемле, ихтирамлы кешеләрҙең күберәк булыуы ҡыуандыра.
– Рәхмәт, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ, Фәнгизә Рафаил ҡыҙы!

Бөгөнгө йәниҫәптә ҡатнашыу ирекле, әммә мөһим. Аҙаҡ иҫәп алыу һөҙөмтәләренә таянып, илдең үҫешенә булышлыҡ итәсәк программалар төҙөләсәк.
Әйҙәгеҙ, иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ, дуҫтар! Үҙебеҙҙең башҡорт милләтенән икәнлекте белдерергә, күрһәтергә онотмайыҡ. Йәниҫәп алыу­сыларға ихласлыҡ күрһәтеп, улар­ға ярҙам итәйек.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас