+13 °С
Ясно
VKOKTelegram

Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ!

#Переписьнаселения #ВПН2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ Беҙҙең Татырүҙәк ауыл биләмәһе хал­ҡы ла был мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Ауыл урамынан күк төҫтәге «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – 2021» логотиплы шарф ураған, бишмәт кейгән, портфель тотҡан йәниҫәпселәр йөрөй башланы. Ғаиләбеҙ менән беҙ ҙә улар­ҙы көттөк. Ниһайәт, бер көндө, бары­быҙ ҙа өйҙә булған саҡта, Галина Нико­лаев­на Ростова килеп, ишек ҡаҡты. Әсәйем менән атайым һорауҙарға яуап бирер­гә әҙерләнде. Мин, апайым һәм ҡустым ситтән тыңлап, күҙәтеп торорға булдыҡ.

Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ!Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ!
Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ!

Барыһы 33 һорау яңғыраны, уларға яуап биреү ни бары 20 минут ваҡытты алды. Сөнки йәниҫәпселәр махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттар тотоп килә һәм мәғлүмәттәрҙе шунда индерә бара. Миңә әле 12 йәш кенә бул­ғанлыҡтан, һорауҙарға әсәйем яуап ҡайтарҙы. Ә бына апайыма 18 йәш тул­ған, шуға ла йәниҫәп алыусы уның үҙе менән әңгәмәләште.
– Был мөһим сарала ҡатнашыу – һәр кемебеҙҙең дә гражданлыҡ бурысы, – ти атайым менән әсәйем.
Халыҡ иҫәбен алыу – беҙҙең киләсәккә асҡыс, шуға ла унда һәр кеше ҡатнашырға тейеш. Әүҙемерәк булайыҡ!

Айгизә ҠАРАБАЕВА,
VII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,
Татырүҙәк мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас