+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Йәш рәссамдар араһында ВиПиН иғлан иткән «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм мин» һүрәттәр конкурсының еңеүселәрен билдәләргә ваҡыт та етте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: уны «Йәншишмә» гәзите редакцияһы һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Баш­ҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы ойошторғайны.

Беҙҙе шуныһы ҡыуандырҙы: бәйгелә уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Төрлө ҡала һәм райондарҙан бик күп матур-матур һүрәттәр килде. Һәр кем ғаиләһенең Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа нисек ҡатнашыуын һүрәтләргә тырышҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер бәйгеселәр конкурс шарттарына иғтибар итмәгән, шул арҡала призлы урынға дәғүә итә алманы. Шулай ҙа ижад эштәрен ебәргән бар балалар ҙа маҡтауға лайыҡ. Беҙ бәйгене иғлан иткән көндән алып был һүрәттәрҙе сайтыбыҙға һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөбөҙгә ҡуйып барҙыҡ. Бер нисә һүрәтте гәзитебеҙҙә лә баҫтырҙыҡ.
Еңеүселәрҙе жюри ағзалары 7 – 10, 11 – 14 йәштәгеләр араһында айырым билдәләне. Әйтергә кәрәк, иң-иңдәрҙе асыҡлау еңел булманы. Еңеүселәр кемдәр, тиһегеҙме? Шулай итеп, беренсе төркөм араһында I урынды Дилә Ҡарамырҙина (Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе) алды, ул Марусялы Prestigio SmartVoice аҡыллы колонкаһы менән бүләкләнә, II урындағы Айлина Бохарбаева (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 4-се мәктәп) – Jet Kid CONNECT смарт-сәғәтенә, ә III урындағы Диана Гречникова (Туймазы, Серафимовка) TWS Aceline Basic ҡолаҡсынына лайыҡ булды. Дәртләндереү бүләге – Aceline AH-108 ҡолаҡсыны Илназ Кәримовҡа (Әлшәй, Ҡыпсаҡ-Асҡар) эләкте.
Икенсе төркөм араһында I урын – Әлфиә Зәйнуллина (Баймаҡ, Сәйғәфәр), II урын – Флорида Камалова (Баймаҡтағы Балалар ижад йорто), III урын – Фәйзи Сәйетғәлин (Әбйәлил, Байым). Уларға ла шундай уҡ ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә дәртләндереү призы – Aceline AH-108 ҡолаҡсынына Елизавета Багрова (Туймазылағы дистанцион уҡыу үҙәге) лайыҡ булды. Был уҡыу­сыларҙың һүрәттәре менән гәзитебеҙҙең 1-се һәм 2-се биттәрендә таныша алаһығыҙ.
Шулай уҡ «Йәншишмә»нең «Бәйләнештә» төркөмөндә махсус ҡушымта буйынса тауыш биреүселәр ярҙамында ла өс еңеүсе билдәләнде. I урын – Йәсминә ЭНИЕВА (Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), II урын – Дилара АҘНАБАЕВА (Көйөргәҙе, Яҡшембәт), III урын – Асель ИСРАФИЛОВА (Сибайҙағы 1-се мәктәп). Улар өсөһө лә TWS Aceline Basic ҡолаҡсынына эйә булды.
Тағы өс уҡыусы өсөн дәртләндереү бүләге әҙерләнек. Бына улар – Фирүзә ИЛЬЯСОВА (Ауыр­ға­зы, Төрөмбәт), Тимерхан СУРИН (Хәйбулла, Аҡъяр­ҙағы 2-се мәктәп), Сара АБДУЛЛИНА (Өфө ҡалаһы, 20-се баш­ҡорт гимназия­һы). Уларға Gal HM-002 ҡолаҡсыны тапшырыласаҡ.
Ә иң беренселәрҙән булып һүрәт төшөрөп ебәргән Өфө районы Шамонин мәктәбенең II «Б» синыфы уҡыусыһы Гөлнәзирә Тайсинаға редакцияның махсус призы биреләсәк.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, уларға бүләктәрҙән тыш, редакцияның Маҡтау ҡағыҙҙары ла тапшырыласаҡ.

Зөһрә ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе.

Дилә ҠАРАМЫРҘИНА. Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе.
Айлина БОХАРБАЕВА. Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 4-се мәктәп.
Диана ГРЕЧНИКОВА. Туймазы районы, Серафимовка ауылы.
Әлфиә ЗӘЙНУЛЛИНА. Баймаҡтағы Балалар ижад йорто.
Флорида КАМАЛОВА. Баймаҡтағы Балалар ижад йорто.
Фәйзи СӘЙЕТҒӘЛИН. Әбйәлил районы, Байым ауылы.
Елизавета БАГРОВА. Туймазылағы дистанцион уҡыу үҙәге.
Йәсминә ЭНИЕВА. Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Дилара АҘНАБАЕВА. Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт ауылы.
Асель ИСРАФИЛОВА. Сибайҙағы 1-се мәктәп.
Фирүзә ИЛЬЯСОВА. Ауыр­ға­зы районы, Төрөмбәт ауылы.
Тимерхан Сурин. Хәйбулла, Аҡъяр­ҙағы 2-се мәктәп.
Сара АБДУЛЛИНА. Өфө ҡалаһы, 20-се баш­ҡорт гимназия­һы.
Илназ КӘРИМОВ. Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы.
Гөлнәзирә ТАЙСИНА.  Өфө районы, Шамонин мәктәбе.
Дилә ҠАРАМЫРҘИНА. Баймаҡ районы, Ярат мәктәбе.
Марусялы Prestigio SmartVoice аҡыллы колонкаһы.
Jet Kid CONNECT смарт-сәғәте.
TWS Aceline Basic ҡолаҡсыны.
Aceline AH-108 ҡолаҡсыны.
Gal HM-002 ҡолаҡсыны.
Редакцияның махсус приздары.
Марусялы Prestigio SmartVoice аҡыллы колонкаһы.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: