«Ҡурай» каналында барған «Йөрәк һүҙе» шиғри проектына уҙған аҙнала йомғаҡ яһалды. Уның ойоштороусыһы – билдәле режиссёр Наилә Сәфәрғолова. Проекттың маҡсаты туған телебеҙҙе пропагандалау, популярлаштырыу ине. Сарала республикабыҙҙағы билдәле шәхестәр үҙҙәренең балалары, туғандары, яҡындары менән дуэтта сығыш яһаны. Барлығы 56 пар ҡатнашты. Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн шиғриәт һөйөүселәр Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына йыйылды. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 12 пар йомғаҡлау байрамында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Улар араһында кемдәр генә юҡ: шағирҙар, актёрҙар, журналистар, тәрбиәселәр…
Финалға шағирә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова ҡыҙы Гүзәл менән, тәрбиәсе булып эшләгән Диләрә Әйүпова ҡыҙы Зөлхизә менән, Башҡорт дәүләт академия драма театры актёрҙары, ирле-ҡатынлы Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар сыҡты. Абруйлы жюри ағзалары шиғырҙың йөкмәткеһенә, башҡарыу оҫталығына һәм дуэттың бер-береһен тулыландырып килеүенә иғтибар итте.
Еңеүселәр кемдәрме? Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаева! Төп приз – «Лада Гранта» машинаһы уларға! «Тамашасы һөйөүе» призына «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм Башҡорт дәүләт университеты студенткаһы Алина Ғәлиева лайыҡ булды. Уларға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, шағирә Йомабикә Ильясова тарафынан булдырылған 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылды.