+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
26 Ғинуар 2018, 15:00

«Тарих яҙабыҙ»

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Ошо юбилей айҡанлы һеҙҙең өсөн яңы конкурс ойошторорға булдыҡ, ҡәҙерле уҡыусылар.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Ошо юбилей айҡанлы һеҙҙең өсөн яңы конкурс ойошторорға булдыҡ, ҡәҙерле уҡыусылар.

Тыуған еребеҙҙә һәр тау, һәр йылға һәм күл тарих һөйләй. Был уларҙың атамаларында сағылыш тапҡан. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, ауылығыҙҙағы ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме?

«Тарих яҙабыҙ» тип аталасаҡ был конкурс. Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙ тарихын төплөрәк итеп өйрәнәйек. Бының өсөн өлкәндәрҙән үҙегеҙ йәшәгән яҡтағы ер-һыу атамаларының, ауылығыҙ исеменең ҡай­ҙан килеп сығыуы тураһында ҡыҙыҡһынып, яҙып алырға кәрәк. Уҡытыусыларығыҙҙан, атай-әсәй­ҙәрегеҙҙән, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән, инәй-бабай­ҙарҙан һорашып ҡарағыҙ. Бәлки, мәктәбегеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла бай мәғлүмәттәр һаҡланалыр. Уларҙы эҙләп, табып, матурлап яҙып, беҙҙең редакцияға ебәрегеҙ. Һеҙҙең мәҡәләләрегеҙ «Йәншишмә» гәзите биттәрендә баҫылып сығасаҡ.

Мәғлүмәтте кемдән яҙып алғанығыҙҙы ла әйтеп үтергә онотмағыҙ. Иң мөһиме, һеҙ хеҙмәтегеҙ менән тарихыбыҙҙы байытыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәсәк­һегеҙ. Был иһә яҡшы баһаға лайыҡ: иң тырыштарҙы билдәләп, редакцияның Почёт грамоталарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ.

Конкурс йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк. Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: