-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Март 2018, 14:33

Борон-борон заманда…

Баш ҡалабыҙҙа «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһен үткәреү инде матур бер йолаға әүерелде. Уның бәҫе йылдан-йыл арта, ҡатнашыусылар һаны ла күбәйә бара. Бәләкәс кенә, әле мәктәпкә лә төшмәгән балаларҙың сығышын ҡарау үҙе бер кинәнес. Быйыл да был ярыш матур ғына башланып китте. Бына әле яңыраҡ Өфө ҡалаһының Киров районына ҡараған мәктәпкәсә йәштәге учреждениелар тәрбиәләнеүселәре үҙ-ара көс һынашты.


Башта бәйгелә ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы республикабыҙҙағы өлгөлө ғаиләләр үҙҙәренең матур сығыштары менән сәләмләне. Зәйнетдиновтар ҡумыҙҙа дәртле бейеү көйҙәрен уйнап, барыһының да кәйефен күтәреп ебәрһә, биш бала тәрбиәләгән Әхмәтшиндәр шәжәрәләре менән таныштырып, йыр һәм бейеү бүләк итте. Ҡолтаевтарҙың сығышы ла тамашасылар күңеленә хуш килде.

Байрам 51-се башҡорт балалар баҡсаһында үтте. Унда финалға сыҡҡан 36 бала төрлө милләт хал­ҡы әкиәттәрен башҡорт те­лен­дә һөйләне. Коллектив сы­ғыштар ҙа, яңғыҙ һөйләүселәр ҙә булды. Ә конкурстың маҡсаты – талантлы балаларҙы асыҡлау, башҡорт телен, ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау, әкиәтселәр, сәсәндәр мәктәбен үҫтереү һәм тергеҙеү, үҫеп килеүсе йәш быуында тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Урыҫ, башҡорт төркөмдәрендә тәрбиәләнеүсе әкиәтселәр коллектив һәм яңғыҙ һөйләү номинацияларында билдәләнде. Улар­ға дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бер кем дә мәхрүм ҡалманы.

Телгә һөйөү бәләкәйҙән башлана. Әлегеләй саралар үтеп тор­ғанда, ошондай балаларыбыҙ бул­ғанда бер ваҡытта ла телебеҙ бөтмәйәсәк. Киләсәккә өмөт ҙур.

Х. ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: