-7 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
10 Март 2018, 13:29

«Халыҡ тарихында минең ырыуымдың йылъяҙмаһы»

Шулай тип аталды Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт архив хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған тикшеренеү эштәре конкурсы. Ул уҙған йыл ойошторолғайны. Әле бына Ғаилә йылында йомғаҡ яһалды.

Шулай тип аталды Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт архив хеҙмәтенең 100 йыллығына арналған тикшеренеү эштәре конкурсы. Ул уҙған йыл ойошторолғайны. Әле бына Ғаилә йылында йомғаҡ яһалды.
Тикшеренеү эштәре дүрт номинация буйынса башҡарылды:

– Туғанлыҡ бәйләнешен иң күп тапҡан өсөн;

– Иң тәрән тамырлы йылъяҙма өсөн;

– Йылъяҙмаһын биҙәүгә иң үҙенсәлекле һәм ижади ҡараған өсөн;

– Йылъяҙманы төҙөгәндә ғаилә ҡомартҡыларын ҡулланған өсөн.

Ойоштороу комитеты адресына 30 муниципаль райондан һәм 7 ҡала округынан барлығы 130 заявка килә. Мәктәп уҡыусылары араһында айырыуса Күмертау, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Бишбүләк, Бөрйән, Борай, Бүздәк, Дүртөйлө, Илеш, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Краснокама, Нуриман, Тәтешле, Туймазы райондары әүҙемлек күрһәткән. Бөтә эштәр ҙә эксперт комиссияһы ағзалары тарафынан ныҡлап өйрәнелә һәм II турға иң яҡшы тип табылған 34 ҡулъяҙма һайлап алына.

– Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм республиканың милли архивы тарафынан ҙур эш башҡарыл­ған. Һеҙҙең миссия архив документтарын һаҡлау булһа ла, үҙегеҙҙең өҫтөгөҙгә ҙур яуаплылыҡ алып, бына тигән итеп уны үтәп сыҡтығыҙ. Тикшеренеү эштәре архив сығанаҡтарына нигеҙләнеп башҡарыла һәм һәр нәмәнең дөрөҫлөгө документ менән раҫлана. Ә үҫмерҙәрҙе үҙҙәренең тамырҙарын өйрәнеүгә ылыҡтырыу уларҙа патриотизм тойғоһон тәрбиәләүгә бер аҙым булып тора, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Виктор Пчелинцев.

Бөтә эштәр ҙә үҙҙәренең ғаилә тарихын өйрәнеүгә бағышланғайны. Ғаилә йылында был ижади ярышҡа йомғаҡ яһалыуы республикабыҙҙың рухи-мәҙәни тормошонда бер мөһим күренеш булып тора.

Яңыраҡ профсоюздар федерацияһы йортонда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Беренсе урынға төрлө номинациялар буйынса Гөлсәсәк Носратуллина (Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетының I курс студенткаһы), Азалиә Замалетдинова (сығышы менән Туймазы районы ҡыҙы, әлеге мәлдә Ҡазан дәүләт сәнғәт институтының II курс студенткаһы), Иль­яс Искәндәров (Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се интернат-гимназияһының XI си­ныф уҡыусыһы), Эльнар Саттаровтар (Өфө урман хужалығы техникумының II курс студенты) лайыҡ булды.

Артабанғы ижади бәйге Башҡорт­остан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығына арналасаҡ.

Х. ХӘСӘНОВА.