+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Март 2018, 13:22

Иң-иңдәрҙе бүләкләнеләр

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы халыҡ менән шығырым тулы. Бер буш урын да ҡалмаған. Ғаилә йылы уңайынан ойошторолған «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» тигән матур сараға йыйылды улар. Рухлы, теленә, мәҙәниәтенә битараф булмаған милләттәштәребеҙ килгән. Күптәренең милли кейемдәрҙә йөрөүе бигерәк тә күңелгә ятышлы ине.

Иҫәнсуриндар.
Иҫәнсуриндар.
«Башҡортостан» дәүләт концерт залы халыҡ менән шығырым тулы. Бер буш урын да ҡалмаған. Ғаилә йылы уңайынан ойошторолған «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» тигән матур сараға йыйылды улар. Рухлы, теленә, мәҙәниәтенә битараф булмаған милләттәштәребеҙ килгән. Күптәренең милли кейемдәрҙә йөрөүе бигерәк тә күңелгә ятышлы ине.
Фойела ойошторолған күргәҙ­мә лә иҫ китмәле. Байрамға ки­леүселәр селтәр, ҡашмау кеүек биҙәүестәр менән бергә милли уйын ҡоралдары һатып алыу мөм­кинлегенә лә эйә булды. Ҡыҫ­ҡаһы, «Башҡортостан» концерт залы бинаһы геү килеп торҙо.
Бәйгелә ҡатнашырға Йылайырҙан Таҡаловтарҙан туғыҙ кеше килгән, хатта йәш ярымлыҡ Айназ да ҡалмаған. Улар­ҙың күргәҙмәһе иң байы, иң матуры булғандыр, моғайын.
Вәлиевтәр – Әбйәлил районының Буранғол ауылында­ғы иң өлгөлө ғаиләләрҙең бере­һе. Ҡыҙҙары Айгизә менән Гөл­нур игеҙәктәр кеүек. Береһе­нә – 8, икенсеһенә – 9 йәш. Улар – 2017 йылда «Байыҡ» телевизион конкурсында Гран-при яулаған ҡыҙҙар. Айгизә – «Сулпылар» конкурсы лауреа­ты ла. Әсәләре Гөлйөҙөм Ла­сын ҡыҙы мәҙәниәт йортонда методист вазифаһын башҡара. 4 йәшлек кенә улдары Нияз да өлкәндәр­ҙән һис ҡалышманы. Тыпырлығын сы­ғып, бейеп тор­ҙо. Ғаиләләре ме­нән бейеүгә ла, йырға ла ма­һирҙар. Районда үткән бөтә мә­ҙәни сараларҙа ла ҡатнашалар.
Сибайҙан килгән Күсәмешевтәр менән һөйләшәбеҙ.
– Былтыр үҙебеҙҙә үткән «Татыу ғаилә – ил күрке» тигән бәйгелә ҡатнашып, еңеүсе бул­ғайныҡ. Шуға ла быйыл ошо мәртәбәле сараға беҙҙе һайлап ебәрҙеләр. Конкурсҡа тормош иптәшем Шамил Шакир улы, ҡыҙыбыҙ Дилә, улыбыҙ Арыҫлан, 64 йәшлек атайым Урал Хажиәхмәт улы һәм 81 йәшлек өләсәйебеҙ Рауза Шәрифулла ҡыҙы килде. Өләсәйем 50 йылдан артыҡ балаҫ һуғыу менән шөғөлләнә. Хәҙер мин дә, ҡыҙым да өйрәндек. Атайым септә үрә, ейәндәрен дә был эшкә өйрәтә. Йылҡы малы тот­ҡас, септә – кәрәк әйбер. Ауыл кешеләре лә һорап килә, – ти хужабикә Зөбәржәт Урал ҡыҙы.
Сығыштар бик матур булды. Еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Уларға дипломдар, ҙур телевизор һәм баш­ҡа ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ә Стәрлебаштан Иҫәнсуриндарҙың һәм Әбйәлилдән Вәлиевтәрҙең ғаиләһенә «Йәншишмә» гәзите редакцияһы 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына подписка ла бүләк итте.
Ғаилә йылына арналған фес­тивалдә «Милли мираҫҡа тоғролоҡ», «Фотоһүрәттәрҙә – тарих сағылышы», «Өләсәйемдән өлгө алам» тигән интернет-конкурс та иғлан ителгәйне. Унда еңеүселәргә лә дипломдар менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: